28 июндә үткән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы Телеүҙәк янында, "Торатау" Конгресс-холлы ҡаршыһында башҡорт халҡының бөйөк улы, Башҡорт автономияһы өсөн көрәштә башын һалған батыр, шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыу тантанаһы уҙғарылды
Башҡорт шағирына һәйкәл асыу сараһында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева, ҡоролтай делегаттары һәм әүҙем йәштәр ҡатнашты.
Тантана ҡатнашыусылары билдәләүенсә, шағир, көслө һәм ирекле ил өсөн көрәшсе образы рәсәй халҡының берҙәмлеген күрһәтеүсе символ булып хеҙмәт итәсәк.
Алты мертҙан бейегерәк бронза һын авторы – РФ халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Ул, Мостай Кәримгә ҡуйылған һәйкәл авторы булараҡ, Башҡортостанда киң билдәле. Проект "Евразия" йәмғиәте ярҙамы менән ғәмәлгә ашырылды.
Яңы арт-объект башҡорт халҡының бөйөк улының хәтерен һаҡлау буйынса комплекслы эштең дауамы булды.