Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында яңы нейрохирургия микроскопы ярҙамында әмәлиәттәр яһала башланы. Микроскопты хирургтың күҙҙәре тип әйтергә мөмкин. Учреждение оптик ҡоролма менән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә тәьмин ителә. Юғары технологиялы операция барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
Әмәлиәттең яңы ҡоролма менән башҡарылыуы ла уның хирургтарға ышанысын арттыра. Заманса нейромикроскоп аша нәҙек кенә ҡан тамырҙарын да күрергә мөмкин. Ул анатомик структураларҙы ун биш тапҡыр яҡынайтып күрһәтә.
Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем компьютер, магнит-резонанс томография аппараттары ла яңыртыласаҡ. Әлегә медицина хеҙмәткәрҙәре ун йыл элек булдырылған ҡоролмалар ярҙамында тикшереүҙәр уҙғара.
Башҡортостанға "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 16 миллиард һум аҡса бүленәсәк.