Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
5 Июля 2019, 07:31

Путиндан 27 йөкләмә

"Тура эфир"ҙағы сығышында Владимир Путин беренсе 27 йөкләмәне иғлан итте. Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡын үҫтереү мәсьәләләренә ҡағыла ул. Шулай уҡ 1,5-3 йәштә балаларға бирелә торған пособиены йәшәү минимумы күләменә ҡәҙәр күтәреү тәҡдиме индерелде.
"Сүп реформаһы"на ҡағылышлы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙа хаҡтарҙы сәбәпһеҙ күтәрмәүҙе һораны, был эште контролгә алыу Монополияға ҡаршы хеҙмәткә йөкмәтелде. Медицина учреждениеларында наркотик матдәләр әйләнешен ҡаты күҙәтеү аҫтына алырға ҡушты.


Читайте нас