Рәсәй Президенты Владиир Путин төҙөүселәрҙе, БАМ ҡалалары һәм ауылдарында йәшәүселәрҙе Байкал-Амур магистрале (БАМ) төҙөлөшөнә 45 йыл тулыу уңайынан ҡайнар ҡотланы. БАМ төҙөлөшөн ул ил өсөн етди ваҡиға тип атаны. Путин шуны ла өҫтәне, илебеҙ алдында яңы мәсьәләләр тора һәм яҡын арала транспорт инфраструктураһы үҫешендә Рәсәй ҙур уңышҡа ирешергә тейеш.
Төҙөлөшөндә 2 миллионға яҡын кеше ҡатнашҡан магистраль дөйөм халыҡ проектына әүерелә. 1970-1980 йылдарҙа булдырылған транспорт инфраструктураһы Азия-Тымыҡ океан төбәктәре өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була һәм уларҙы Евразия менән бәйләүсе ышаныслы транзит маршрутына әйләнә.
Рәсәй алдында торған проекттар иҫәбендә Владимир Путин БАМ һәм Транссибтың масштаблы модернизацияһын, 2025 йылға улар аша үтеүсе йыллыҡ йөк күләмен 200 миллион тоннанан арттырыуҙы ла әйтеп уҙҙы.