Хәйруллиндар ғаиләһе Башҡортостанда. Балаларҙы уларҙың олатаһы алып ҡайтып китте.
Луиза әле Өфөләге Достоевский урамындағы тәфтиш изоляторында. Эште тикшереү бөткәс тә ул, иң кәмендә сентябргә тиклем ултырасаҡ. Артабан нисек булыр, әле билдәле түгел, фаразлауҙарынса, ул кәмендә 10 йылға иркенән мәхрүм ителәсәк.
Ире Маратҡа килгәндә – әлегә ул иректә. Уны сығарғандар. Тик был оҙаҡҡамы? Шулай уҡ билдәле түгел.
Марат журналистар менән аралашыуҙан баш тарта. Шулай уҡ Луизаның атаһы ла бер кем менән дә һөйләшмәй, камераларҙан ҡаса. Улар әле Салауат ҡалаһында, балалар менән бергә.
Ҡатындың нисек тотолоуы әлегә билдәле түгел. Бер фараз буйынса, ҡыҙҙарҙың береһе олатаһына шылтыратҡан һәм шул сәбәпле эләккәндәр. Тик ир был дөрөҫлөккә тап килмәй, бер ниндәй ҙә шылтыратыу булманы ти. Әйткәндәй, аҡсаның ҡайҙалығы ла билдәле түгел. Ҡуртымға алынған фатирҙа 23 миллион һум булмаған. Хәйруллиндар ҡайҙалығы хаҡында бер нимә лә әйтмәй. Ҡыҫҡаһы, һәр ваҡыттағыса, был ғаилә тирәләй серҙәр күп. Яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк.