Шоңҡар
+31 °С
Ясно
Новости
8 Июля 2019, 06:22

Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы төҙөлә башланы

Проекттың дөйөм хаҡы — 6 миллиард һумдан ашыу, ул 36 мең квадрат метрҙы биләгән яңы обьектты төҙөүҙән тыш, медицина ҡоролмаалры менән йыһазландырыуҙы ла, үҙәктең әлеге корпусын төҙөкләндереүҙе лә үҙ эсенә ала. Подрядсы «СУ-10» ойошмаһы әле нигеҙҙе ҡаҙыу менән мәшғүл.

Проекттың дөйөм хаҡы — 6 миллиард һумдан ашыу, ул 36 мең квадрат метрҙы биләгән яңы обьектты төҙөүҙән тыш, медицина ҡоролмаалры менән йыһазландырыуҙы ла, үҙәктең әлеге корпусын төҙөкләндереүҙе лә үҙ эсенә ала. Подрядсы «СУ-10» ойошмаһы әле нигеҙҙе ҡаҙыу менән мәшғүл.
Обьект диагностика үҙәген, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған операция бүләмәләрен, ауырыуҙар өсөн уңайлы палаталарҙы үҙ эсенә ала. Бынан тыш, бәләкәй пациенттар өсөн уйын, ял зоналары ла ҡаралған. Радий Хәбиров кардиология үҙәгендә үткән сәләмәтлек сәғәтендә белдереүенсә, обьект республика өсөн бик мөһим һәм технологик яҡтан ҡатмарлы, әммә төҙөлөштө ваҡытында тамамлау мотлаҡ. Ул медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын күтәрергә, халыҡтың ғүмер оҙонлоғон арттырырға тейеш. 2024 йылға был күрһәткесте 78 йәшкә еткереү бурысы тора.
Статистика буйынса, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан илдә йыл һайын 17 иллион кешенең ғүмере өҙөлә. Быға әлбиттә, йәшәү рәүеше, йәғни әҙ хәрәкәт итеүе, фастфудтар менән туҡланыуы ла йоғонто яһай. Табиптар әле 100 мең кешегә тура килгән үлем осраҡтарын 400-гә тиклем кәметеү өсөн көрәшә. Яңы хирургия корпусы был тәңгәлдә үҙ өлөшөн индерер тип көтөлә.
Кардиоүҙәктең хирургия корпусынан тыш, өфөлә онкология диспансерының хирургия корпусы ла төҙөлә. Киләһе алты йылда Башҡортостанға "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 16 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Финанслау медицина системаһын яңы кимәлгә күтәрер тип көтөлә. Республика етәксеһе онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иртә стадияла асыҡлаған табиптарҙы дәртләндереү бурысын да ҡуйҙы.
Читайте нас