Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Новости
8 Июля 2019, 19:27

АФАРИН, ЗЕМФИРА!

Өфө ҡыҙы Земфира Рәшитова Ҡырымдан еңеү менән ҡайтты. "Таврида" Бөтә Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт йәштәр форумында яҡташыбыҙ 650 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Өфө ҡыҙы Земфира Рәшитова Ҡырымдан еңеү менән ҡайтты. "Таврида" Бөтә Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт йәштәр форумында яҡташыбыҙ 650 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Ул тәҡдим иткән «Miss International» этник матурлыҡ һәм талант фестивале проекты конкурста иң уңышлыһы тип табылған. Сараны тормошҡа ашырыу өсөн ҡыҙға грант тапшырылған.
Бәйге республика биләмәһендә йәшәүсе төрлө милләт ҡыҙҙары араһында үтәсәк. Уның сиктәрендә Башҡортостан буйлап сәйәхәт ойоштороу ҙа күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Өфөлә үткән беренсе республика конкурсында Тажикстан ҡыҙы еңеү яулағайны.
Читайте нас