Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Новости
8 Июля 2019, 19:56

Балтас районында 16 сығарылыш класс уҡыусыһы аттестатһыҙ ҡалған

Балтаста Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтергә маташыу осрағы теркәлгән. Шунлыҡтан 16 сығарылыш синыф уҡыусыһы аттестатһыҙ ҡалған. Был турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе белдерҙе.

Балтаста Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтергә маташыу осрағы теркәлгән. Шунлыҡтан 16 сығарылыш класс уҡыусыһы аттестатһыҙ ҡалған. Был турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе белдерҙе.
"Беҙ дәрәжәле республика, беҙҙең йәштәр ҙур абруй менән файҙалана, шуға ла был осраҡ уларға ҡара тап булып яғыласаҡ. Бар илгә танылыу алдыҡ", - тине Радий Хәбиров. Уның ҡушыуы буйынса Балтас районы хакимиәте башлығына ғәйеплеләрҙе табыу бурысы ҡуйылды. Улар менән уйлап тормайынса хушлашырға тура киләсәк. Әгәр ҙә имтихан күрһәткестәрен боҙоп күрһәтеүҙә муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнашһа, уларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу мәсьәләһен ҡарарға кәрәк, тине Башҡортостан етәксеһе.

Читайте нас