Берҙән-бер башҡорт космонавты Урал Солтанов тыуған ауылына ҡайтты, быйыл ул уҡыған Никифар ауылының урта мәктәбе 275 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ул ҡунаҡҡа үҙенең уҡыусыларын да алып ҡайтҡан – летчик-һынаусы Юрий Ващук һәм космонавт Сергей Сверчков.
Урал Солтанов мәктәпкә иҫтәлекле фотоһүрәттәр бүләк итте, урындағы музейға ярҙам итәсәген белдерҙе. Мәктәп уҡыусылары бер туҡтауһыҙ һорауҙарын яуҙырҙы: нисек герой булырға, күнекмәләрҙә ҡыйынмы, нисек космонавт мәктәбенә инергә? Урал Солтановтың һүҙҙәре буйынса, тыуған төйәгенә ҡайтҡас, ул сикһеҙ ҡыуаныс кисерә.