Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Новости
10 Июля 2019, 18:08

"Был бит ҡорот!" РНТ-ның яратҡан аҙығы ҡоротмо?

"Был бит ҡорот!" РНТ-ның яратҡан аҙығы ҡоротмо? РНТ Радмир Исмәғилев менән берлектә яҙған йырҙы ишеттегеҙме әле? Дауамы:

Яңыраҡ танылған йырсы РНТ Радмир Исмәғилев менән берлектә "Ҡорот" исемле йыр сығарҙы. Күптәрҙең күңеленә хуш килде ул, йыр халҡыбыҙҙың борондан һаҡланып ҡалған, табындарыбыҙҙың тәмле лә, йәмле лә ризығы ҡорот хаҡында. Хәйер, йыр ябай ғына, унан бер мәғәнә лә эҙләргә кәрәкмәй. Йырсылар үҙҙәре: "Һикереп төшөп бейерҙәй, заманса стилдәге йыр яҙырға булдыҡ", - тип асыҡлыҡ индерҙе. Хәҙер беҙҙең ҡоротто берҙе лә тәмләп ҡарамаған күрше халыҡтар, имеш, ашап ҡарарға теләй ти. Бына һиңә! Радмир Исмәғилев ашты ҡоротһоҙ ашай алмауы хаҡында һөйләп үтте: "Бала саҡта ашты ҡоротһоҙ ашамай торғайныҡ. Ул республикабыҙҙа һәм уның сиктәрендә бик билдәле түгел бит, хәҙер, ысынлап та, ҡорот хаҡында беләсәктәр, ҡайҙалыр уны, бәлки, икенселәй атайҙарҙыр. Шуға күрә, традицияларҙы тергеҙеү ҙә төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе булып тора. Йыр ҡапыл ғына машинала китеп барғанда башҡа килде".
Читайте нас