Шоңҡар
+25 °С
Ясно
Новости
10 Июля 2019, 17:52

Луиза ғаиләһе менән палаткала йәшәгән

Луиза ғаиләһе менән палаткала йәшәгән Дауамы:


Луиза Хәйруллина "Россельхозбанк"тан 23 миллион һум урлағандан һуң, ғаиләһе менән Салауат ҡалаһы эргәһендәге йылға буйында палаткала йәшәгән.


Ризыҡтары бөткәс, ғаилә өйҙәренә ҡайтып, автомобилдәрен кассирҙың атаһының гаражында ҡалдырған. Артабан Хәйруллиндар Ҡазанға юлланған. Татарстандың баш ҡалаһында улар ҡуртымға фатир алып йәшәгән. Кешеләрҙә шик тыуҙырмаҫ өсөн документтарын бер кемгә лә күрһәтмәгән, өйҙәрен дә даими алмаштырып торған. Был мәғлүмәттәрҙе Луизаның ире үҙенең адвокатына һөйләгән. Марат Хәйруллин кисә беренсе каналдағы ток-шоуҙа ҡатнашҡан. Унда ул халыҡтан банкка бурысты ҡайтарышыуҙа ярҙам һораған. Әлеге ваҡытта уны күрһәтәләр.

Әйткәндәй, баш ҡаланан ҡайтыу менән, бөгөн оперативниктар Маратты "Өфө" аэропортында ҡулға алды. Хәйруллин ситкә сығырға ярамау тураһындағы документҡа ҡул ҡуйған булған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, банктан аҡса алып сыҡҡан Луиза Хәйруллинаға закон буйынса ун йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Читайте нас