Дағстан республикаһы етәксеһе Владимир Васильев Рәсәй Президенты Владимир Путинға төбәктәге социаль-иҡтисади хәл тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Республика етәксеһе белдереүенсә, ағымдағы йылда 95 мәктәп автобусы һатып алыуға аҡса бүлеп бирелгән, 108 ашығыс ярҙам машинаһы, 50 флюрография аппараты һатып алыу планлаштырыла.
Дарыуҙар менән тәьмин итүҙе финанслау 47, тапҡыр арттырылған, бының өсөн 780 миллион һум бүленгән. Шулай уҡ 771 миллион һум урындағы юлдарҙы йүнәтеүгә йүнәлтелгән, социаль йорттар төҙөлөшө 18 миллиард һумға финансланған.
Һыу менән тәьмин итеүгә 1 миллиард 700 һум бүленгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу сифаты насар, ағыуланыуҙар йыш теркәлә.