Шоңҡар
+34 °С
Ясно
Новости
11 Июля 2019, 06:38

Милли проекттар — юлдағыларҙың именлеге өсөн

Милли проекттар — юлдағыларҙың именлеге өсөн. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса юлдарға 289 камера ҡуйыу күҙаллана.

Һөҙөмтәлә бындай ҡоролмалар 527-гә етәсәк, тине оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.

“Быйылға килгәндә, 1 ноябргә тиклем Өфөлә – 68, төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа – 11, Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс камера ҡуйыласаҡ”, – тине ул.

Милли проект бурыстарына ярашлы, юлдарға билдәләр һыҙыуға ла ныҡлы иғтибар бирелә. Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, быйыл беренсе тапҡыр термопластик билдә һалынған, был эш 2500-ҙән ашыу саҡрымда атҡарылған. Муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙың барыһында ла шундай уҡ ныҡлы буяу ҡулланыу планлаштырыла. Әлегә уларҙа эш 4230 саҡрымда башҡарылған – дөйөм күләмдең 68,4 проценты.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға төбәктәр яғынан алты йылға 4 триллион 139,1 миллиард һум йүнәлтеләсәк, федераль бюджеттан – 440,9 миллиард һум.
Читайте нас