Юҡ, Айзилә мода күрһәтеүсе лә, ниндәйҙер "хайп" артынан ҡыуыусы ла түгел, ни бары үҙенең тыуған илен яратҡан, тәбиғәтте һөйгән башҡорт ҡыҙы. Экоәүҙемсе (экоактивист) ул, күптән сүп-сар йыйыу менән шөғөлләнә, тәбиғәтте бысраҡтан таҙартыуҙы пропагандалай. Әбйәлил ҡыҙы быйыл Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамланы. Бөгөн сығарылыш кисәһен бына ошондай күлдәктә уҙғарған. Күлдәк Айзиләнең дүрт йыл дауамында йыйылған курс, диплом эштәренән һәм лекция дәфтәрҙәренән тегелгән. Бөгөн күптәр уның менән һоҡланған, фәһем дә алғандыр тип өҫтәргә кәрәк. Урамдағы үтеп барыусылар килеп фотоға ла төшкән. Университет ректоры ла һоҡланыуын йәшермәгән. Әйткәндәй, Айзиләгә әле Мәскәүҙән шылтыратҡандар, баш ҡалала сүп-сарҙан күлдәк тегеү буйынса конкурс үткәрелә, уның ойоштороусылары яҡташыбыҙ хаҡында журналға яҙмаҡсы.
Айзиләгә күлдәкте Баймаҡ районынан Санкт-Петербургта кейем дизайнерына уҡып йөрөүсе Розалия Ғәтиәтова тегеп биргән. Ҡыҙҙың дуҫтары күлдәккә тиҫтәләрсә мең аҡса сарыф иткәндә, Айзиләгә бер тин дә кәрәк булмаған. Алдынғы ҡарашлы ҡыҙ экология йүнәлеше буйынса магистратураға уҡырға инергә хыял итә. Афарин, уңыштар!