Был юлы әсирҙәр менән алмашыу төп тема булған. Әлеге мәсьәләне эксперттар кимәлендә ҡараясаҡтар. Һәм, әлбиттә, Донбаста тыныслыҡ урынлаштырыу темаһы ла күтәрелгән. Зеленский тәҡдиме буйынса, "дүрт норманд осрашыуы" үткәрелеүе ихтимал, унда тағы ла Германия һәм Франция башлыҡтарының килеүе көтөлә.