Шоңҡар
+30 °С
Ясно
Новости
12 Июля 2019, 08:40

Министрҙың 18 йәшлек улы 10-сы ҡаттан йығылып төшкән

Егет дуҫ ҡыҙы менән селфи эшләргә теләгән

Быйыл ғына мәктәпте бөткән 18 йәшлек Артем дуҫ ҡыҙы менән селфи эшләргә күп ҡатлы йорттоң 10-сы ҡатына күтәрелгән. Тик йәштәр үҙҙәре теләгәнсә фото төшә алмай ҡалған, егет осоп төшә һәм, бәхеткә, иҫән ҡалған. Хоҙай аралаған, күрәһең.


Табиптар уның 10-сы ҡаттан йығылып төшөүенә ышанмаған, сөнки ундай хәлдә иҫән ҡалыу мөмкин түгел. Егеттең 7 ҡабырғаһы, оса һөйәге, аяҡтары һынған һәм умыртҡа һөйәге бәрелгән. Үҫмергә табиптар ашығыс рәүештә операция яһаған, хәҙер уның ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.


Мәғлүм булыуынса, Артем - Мәскәү өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау министрының өлкән улы.
Читайте нас