Был хаҡта ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығының референт үҙәге белгестәре хәбәр итте. 3600 литр пастеризацияланған һөт Мордовияла етештерелгән. Уның составында пенициллин норманан ике тапҡырға юғары булыуы асыҡланған. «Хорошее дело» маркалы һөт Өфө һәм Стәрлетамаҡ сауҙа ойошмаларында һатыуға ҡуйылған.
Намыҫһыҙ етештереүселәргә талап ҡәтғиләшә. ̍«Хорошее дело» маркалы һөттәре сауҙа кәштәләренә ҡуйылыр алдынан ныҡлы тикшереү үтәсәк. Ә нормативтар үтәлмәүе асыҡланғанда һөт етештереүсегә штраф һалынасаҡ һәм предприятиела тикшереү үткәреләсәк.
Дүрт пробирканан алынған һөттөң контроль анализдары пенициллиндың норманан артыҡ булыуын күрһәтте. Шуға ла «Хыял» предприятеһы етештергән 3600 литр һөт юҡ ителәсәк, тип белдерҙе Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү үҙәге белгестәре.