Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Новости
13 Июля 2019, 13:14

Халыҡ-ара балалар уйындарында Өфө командаһы I урын яуланы

Халыҡ-ара балалар уйындарында Өфө командаһы I урын яуланы #Өфө #МДИ #Шоңҡаржурналы

Бөгөн Өфөлә 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары тамамлана. Өфө-аренала был мәртәбәле сара һөҙөмтәләре буйынса пресс-конференция үтте.
Ярышта туғыҙ спорт төрө буйынса. 88 комплект миҙал уйнатылды. Баш ҡалабыҙға барыһы 29 илдән 1192 йәш спортсы килде. Улар бер юлы 9 дисциплинала: фехтование, еңел атлетика, грек-рим көрәше, йөҙөү, яр буйында волейб,ол, баскетбол, футбол, дзюдо, ҡаяға үрмәләүҙә көс һынашты. Донъя кимәлендәге ярышта Өфө командаһы беренсе урын яуланы, 25 миҙалға (8 алтын, 6 көмөш, 11 бронза) лайыҡ булды.
Ярыштар 12-13 июлдә биш спорт майзандарында - Өфөнөң Дуҫлыҡ проспектындағы спорт әҙерлеге үҙәгендә, «Ватан» этнопаркында, «Ҡашкаҙан» ял итеү паркында, 32-се спорт мәктәбе базаһында һәм «Нефтселәр» стадионында үтте.
Өфө ҡалаһы башлығы Өлфәт Мостафин Халыҡ-ара балалар уйындарында еңгән йәш спортсылар киләсәктә Олимпиада уйындарында ла лайыҡлы сығыш яһар тип белдерҙе.
Читайте нас