Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Новости
13 Июля 2019, 13:27

Ырымбур районында халыҡ шағирының исеме мәңгелләштерелде

Ырымбур районында халыҡ шағирының исеме мәңгелләштерелде #Шоңҡаржурналы

БӨГӨН ПЕРЕВОЛОЦК РАЙОНЫ ҒӘБДРАФИҠ ҺӘМ КИЧКАСС АУЫЛДАРЫНДА Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың элекке депутаты, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданины, арҙаҡлы замандашыбыҙ РАУИЛ БИКБАЕВТЫҢ ХӘТЕР КӨНӨ үтә.

Әлеге ваҡытта шағирҙың тыуған ауылы Ғәбдрафиҡта иҫтәлекле таҡтаташ асылған.

Мәртәбәле сара КИЧКАСС ауылында дауам итә, унда Рауил Бикбаевтың тормошона һәм ижадына бағышланған “Халҡыма хат”фильмы (режиссер Радик Килмәмәтов, сценарийҙың авторы – Сәлимә Батисова) күрһәтеләсәк.

Хәтер кисәһенә Башҡортостан Республикаһы яҙыусыларынан һәм сәхнә оҫталарынан, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге БР киностудияһынан мәртәбәле делегация көтөлә. Ырымбур өлкәһе һәм Переволоцк районы ҡоролтайҙары етәкселәре, ағзалары, ижади коллективтары саҡырылған.
Читайте нас