Модулле ФАП бөтә заман талаптарына яуап бирә: ауыл халҡына сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бинаға һыу үткәрелгән, электр менән йылытыу системаһы ҡоролған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында 300-ҙән ашыу кеше хеҙмәтләндерелә, шуларҙың 70-е балалар. График буйынса, ауылға килеп терапевт, педиатр һәм башҡа белгестәр ҙә медицина тикшереүе уҙғарасаҡ. Ауыл фельдшеры Гөлнара Тимербаева медицина учреждениеһын асыуын оҙаҡ йылдар көткән.
Гөлнара Тимербаева, Һәйтәк ауылы фельдшеры: “Иҫке бинала мейескә ут яға торғайныҡ, иҙән һыуыҡ булды, ямғырлы көндәрҙә түбәнән һыу аға ине. Тәү сиратта ауыл халҡы өсөн шатмын, медицина ярҙамы күреү өсөн уларға уңайлы шарттар тыуҙырылды”.