Шоңҡар
+16 °С
Ясно
Новости
16 Июля 2019, 18:06

Хорошундар Хәйруллиндарҙы 10 тапҡырға уҙҙырған

Хорошундар Хәйруллиндарҙы 10 тапҡырға уҙҙырған

Хәйер, донъяла бындай хәлдәр йышайҙы, айырыуса һуңғы ваҡытта. Йәнә тағы бер ғаилә аҡса урлап, сит илгә ҡасҡан.

Екатеринбург ҡалаһы полицияһына аҡса менән мутлыҡҡа бәйле 15-ләп ғариза килгән.


Риэлтор булып эшләгән таныштары Ольга Хорошун күсемһеҙ милек менән сауҙа итеү өсөн ҙур суммала аҡса алып тороуы, уны кире ҡайтармауы, һуңғы ваҡытта бәйләнешкә лә инмәүе тураһында яҙылған бөтә ғаризаларҙа ла. Ялыу менән мөрәжәғәт итеүселәргә килтерелгән зыян күләме яҡынса –160 миллион һум, ти урындағы матбуғат хеҙмәте.


Полиция хәлде тикшерә башлай һәм шуны асыҡлай: Ольга ире, 16 йәшлек улы менән май айында уҡ сит илгә оса һәм кире илгә әйләнеп ҡайтмай. Әлеге ваҡытта ғаиләнең ҡайҙалығы билдәһеҙ. Енәйәт эше ҡуҙғатылмаған, Хорошун ғаиләһен эҙләү иғлан ителгән.
Читайте нас