Шоңҡар
+24 °С
Облачно
Новости
16 Июля 2019, 06:44

Радий Хәбиров демография һәм төҙөлөш өлкәһендәге күрһәткестәрҙе яҡшыртыу бурысын ҡуйҙы

Радий Хәбиров демография һәм төҙөлөш өлкәһендәге күрһәткестәрҙе яҡшыртыу бурысын ҡуйҙы #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Кисәге көн Хөкүмәт йортонда Радий Хәбиров милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ултырыш үткәрҙе. "Демография" һәм "Төҙөлөш" милли проекттарын ашырыуҙа күрһәткестәрҙе яҡшыртыу бурысын ҡуйҙы.
Президиум ултырышында тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре барланды, Президенттың май указдарын үтәлеше ҡаралды. Төбәктә «Экология», «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар», «Һаулыҡ һаҡлау» һәм башҡа өҫтөнлөклө проекттар өсөн 150 миллиард һум бүленгән. Быйыл 21 мәктәп, 19 балалар баҡсаһы, ике балалар поликлиникаһы, дүрт ауыл мәҙәниәт йорто, 22 фельдшер - акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ күп профилле дауаханаларҙа амбулатор ярҙам күрһәтеү өсөн дүрт онкология үҙәге булдырыла. Проекттар эшләй, стратегик мәсьәләләрҙе 2024 йылға тиклем тейешле кимәлгә еткереү юлдарын барлау мөһим. Бигерәк тә тыуым, торлаҡ һәм ҡала мөхите иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Транспорт, юл мәсьәләләре йыш күтәрелә, ә ысынбарлыҡта үтәлгән бурыстар уны аҡламай, тағы ла төплөрәк эшләү кәрәк тип билдәләне республика етәксеһе.


Читайте нас