Республикала дәүләт ҡарамағындағы тәүге хайуандар ҡунаҡханаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында асылды. Эт-бесәйҙәрҙе хужалары махсус учреждениела бер нисә көнгә ҡалдыра ала. Ветеринарҙар уларҙы ашатып, саф һауала йөрөтә. Ҡунаҡһаналарҙа эконом һәм люкс класлы ситлектәр ҡаралған.
Хайуандар өсөн ҡунаҡханаларҙы республиканың башҡа ҡалаларында ла асыу күҙаллана. Эт-бесәйҙәр ниндәй шарттарҙа тәрбиәләнгәнен махсус мобиль ҡушымта аша күҙәтеп була.
Учреждениеға һау-сәләмәт хайуандар ғына ҡабул ителәсәк. Әлеге ваҡытта ҡунаҡхана 15-ләп эт-бесәйҙе һыйындыра ала. Шәхси ҡунаҡханаларҙан айырмалы дәүләт учреждениеһында хайуандарҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр теркәлгән.