Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
16 Июля 2019, 12:36

Зәйнетдиновтар ғаиләһе Мәскәүҙә төбәк-ара ижади фестивалдә республика данын яҡлаясаҡ!

Зәйнетдиновтар ғаиләһе Мәскәүҙә төбәк-ара ижади фестивалдә республика данын яҡлаясаҡ!

20 июлдә МӘСКӘҮҘЕҢ "Коломенское" Дәүләт музей-заповеднигы биләмәһендә "Рус майҙаны" төбәк-ара ижади фестивале уҙасаҡ.

"Рус майҙаны" фестивале — Рәсәйҙәге иң ҙур фольклор сараларының береһе. Фестивалдә илебеҙҙең төрлө төбәгенән фольклор ансамблдәре, үҙешмәкәр коллективтар ҡатнашасаҡ, баш ҡала халҡы өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Башҡортостан данын Гөлгенә һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтарҙың ғаиләһе яҡлаясаҡ. Фестивалгә барыһы 200 меңгә яҡын тамашасы килеүе көтөлә.

Уңыштар юлдаш булһын Зәйнетдиновтарға!
Читайте нас