Радий Хәбиров наградалау тураһындағы указға артистың 50 йәше тулған көндө ҡул ҡуйҙы. Асҡар Абдразаҡовҡа орден юғары һөнәри оҫталығы, мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн тапшырылды.
Асҡар Абдразаҡов – күренекле опера йырсыһы, Өфөлә режиссер Әмир Абдразаҡовтың ғаиләһендә тыуған. Өфө сәнғәт институтын (профессор Миләүшә Мортазинаның класы) тамамлаған, Мәскәү дәүләт консерваторияһында Ирина Архипова класында уҡыған. Халыҡ-ара музыкаль конкурстар еңеүсеһе һәм лауреаты, «XX быуаттың һуңғы ун йыллығында башҡарыу сәнғәтендәге ҙур уңыштары өсөн» Ирина Архипова фондының алтын миҙалына һәм премияһына эйә.
2019 йылдың мартында Асҡар Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының мәҙәниәт һәм сәнғәт һорауҙары буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Быйыл Асҡар Абдразаҡов республиканың һәләтле балалары менән эшләү өсөн платформа булдырыу инициаторы булып сығыш яһаны.
Салауат Юлаев ордены 1998 йылда булдырылған.