Шоңҡар
+23 °С
Облачно
Новости
17 Июля 2019, 08:56

Гөлдәребеҙ имен торһон

Йәй – отпуск мәле. Шуға ла оҙайлы ялдарға киткәндә хужабикәләр бүлмә гөлдәрен ҡайғырта башлайҙар. Көн дә йә көн аша үҙҙәренә иғтибар булғанын яратҡан наҙлыҡайҙарҙы был осраҡта нисек һулытмаҫҡа? Ябай ғына бер ысул тәҡдим итәбеҙ.

Йәй – отпуск мәле. Шуға ла оҙайлы ялдарға киткәндә хужабикәләр бүлмә гөлдәрен ҡайғырта башлайҙар. Көн дә йә көн аша үҙҙәренә иғтибар булғанын яратҡан наҙлыҡайҙарҙы был осраҡта нисек һулытмаҫҡа? Ябай ғына бер ысул тәҡдим итәбеҙ. Ҡояш нурҙары туранан-тура төшмәгән урынға барыһын да йыйып иҙәнгә ҡуйырға. Ә уртаға ултырғыс өҫтөнә һыулы биҙрә ултыртыла. Һәр бер гөл төбөнә ҡалын еп менән бәйләнгән сөйҙө ипләп кенә батырып, ептең икенсе яҡ осон теге һыулы биҙрәгә ҡуйырға.
Читайте нас