Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Новости
17 Июля 2019, 06:29

Милли проекттар. Мәктәп балаларына туҡланыу бушлай булырмы?

Мәктәп балаларына туҡланыу бушлай булырмы? #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Был турала һүҙҙе Радий Хәбиров Нефтекама ҡалаһында ойошторолған туҡланыу буйынса төбәк операторҙарының беренсе республика форумында ҡуҙғатты. Шул уҡ ваҡытта ул үҙгәрештәрҙең бизнесҡа кире тәьҫир итмәҫкә тейешлеген белдерҙе. Күҙәтеүсе органдар, ведомстволар компанияларға яңы стандарттарға яраҡлашырға ярҙам итәсәк.
"Демография" милли проекты маҡсаты - туҡланыу сифатын күтәреү. Берҙәм меню төҙөгәндә урындағы ауыл хужалығы тауарҙарына өҫтөнлөк биреү мотлаҡ, кооперацияларҙы үҫтереү бурысы ҡуйылды.
Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров хөкүмәттә 1-4 класс уҡыусыларын бушлай туҡландырыу һорауы өйрәнелеүен әйтте, бының өсөн бюджеттан йылына кәмендә бер миллиард ярым һум аҡса талап ителә. Башланғысты тормошҡа ашырыр алдынан башта балалар туҡланыуында тәртип урынлаштырыу мотлаҡ, тине республика етәксеһе.

Читайте нас