Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
17 Июля 2019, 12:19

Упҡын ситендә уйланыу

Ҡырыҫлыҡтан йәндәр өшәгәндә, Таяныстар тапмай ни ҡылмаҡ? Бәндәләрҙең аңһыҙ ҡылығынан Ҡасып ҡына түгел ҡотолмаҡ.

Әлфиә Әсәҙуллина

Һыу сереге булған донъя малы

Күҙ томалай, зиһен юйҙырта.

Йәшәйештең ҡанундарын боҙоп,

Тойоу белмәҫ нәфсе ҡоторта.

Ҡырыҫлыҡтан йәндәр өшәгәндә,

Таяныстар тапмай ни ҡылмаҡ?

Бәндәләрҙең аңһыҙ ҡылығынан

Ҡасып ҡына түгел ҡотолмаҡ.

Тормош – арба тәгәрмәсе кеүек,

Суғырмаҡтан бара ҡалтырап.

Бушаҡ теҙген тотҡан бәндә уҙа

Упҡын ситләп кенә, яр ҡырлап...
Читайте нас