Бөгөн Өфөнөң йәш ғалимдары үҙ проекттарына лайыҡлы баһа алды. Камил Рамаҙановҡа техник һәм инженер фәндәр өлкәһендәге уңышы өсөн бер миллион һум тапшырылды. Ул авиация өлкәһенә материалдар етештереү өсөн ныҡлы ҡорамал уйлап тапҡан. Йәш ғалим һүҙҙәренә ҡарағанда, ул сәс бөртөгөнән нәҙегерәк, алмаздан нығыраҡ.
Камил Рамаҙанов, Өфө дәүләт авиация техник университетының авиация технологиялары институты директоры, техник фәндәр докторы: “Эҙләнеүҙәрҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Инструменттар төрлө һәм уларҙың тәғәйенләнеше лә айырым. Был аҡсаны эшебеҙҙе камиллаштырыуға йүнәлтәбеҙ”.
Гранттар Өфөнән алты ғалимға үҙ проекттарын артабан камиллаштырыу өсөн бүленгән. Аҡсаны ике йыл дауамында тотонорға мөмкин. Уның күләме фән докторҙарына бер миллион, кандидаттарға 600 мең һум.