Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Новости
17 Июля 2019, 19:40

60 йыл ғәҙеллек артынан

60 йыл буйы ғәҙеллек эҙләүсе 82 йәшлек Фәтҡулла Исҡаҡов суд залынан дауаханаға оҙатылды.

Башҡортостан юғары судында 82 йәшлек Фәтҡулла Исҡаҡовтың эше ҡаралды. Өфөлә йәшәгән хаҡлы ялдағы уҙаман ярты быуаттан ашыу, башҡа кеше ҡылған енәйәт өсөн иркенән мәрхүм ителеүен иҫбатлай алмай суд юлын тапай. Әммә бөгөн дә был эшкә нөктә ҡуйылманы.


Фәтҡулла Бәҙретдин улы ут күршеһендә йәшәгән өс ҡатындың үлемендә үҙен ғәйепһеҙ тип иҫәпләй. Хәйерһеҙ төндө ул кисәге кеүек хәтерләй: ҡанға батҡан күрше ҡатыны ярҙам һорап килә. Ул ярҙамға ашыға, һуңынан Фәтҡулла Исхаҡовтың үҙенән хоҡуҡ һаҡлау органдарында һорау ала башлайҙар. Ул ваҡытта йәш кенә егетте енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләп, 13 йылға иркенән мәхрүм итәләр. Судта 82 йәшлек ир хис-тойғоларын тыя алмай, ошо йылдар эсендә ул һаман да ғәҙеллек эҙләй. Үҙенең ғәйепһеҙ икәнен иҫбатлау өсөн, ярты быуаттан ашыу суд ҡарарын көтә.


Туҡһанынсы йылдар башында Фәтҡулла Исхаҡов енәйәт эшен ҡайтанан ҡарауға ирешә, ысын енәйәтсе үҙенең ғәйебен танып ғариза яҙа, әммә шаһиттар, Фәтҡулла Исхаҡов уны ғариза яҙырға мәжбүр иткән тигән күрһәтмә бирә.


Фото-скриншот: www.allufa.ru
Читайте нас