Шоңҡар
+25 °С
Ясно
Новости
18 Июля 2019, 06:40

Милли проекттар — сит илдәр менән сауҙа үҫә

Милли проекттар — сит илдәр менән сауҙа үҫә #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.

Өфөлә икенсе халыҡ-ара экспорт форум үтте. Унда республикабыҙҙан файҙалы сироптар, кеҫәл, сәй һәм башҡа киптерелгән шифалы үләндәрҙе сит илгә экспортлау мәсьәләләре ҡаралды. Әлеге ваҡытта Шишмә май һығыу заводы илебеҙ сиктәренә күпләп үҫемлек майы оҙата башланы. Шулай уҡ ауыл хужалығы өмөтлө тармаҡтарҙың береһе.
Форумда экспорт йүнәлешенең үҙенсәлектәре барланды. Яҡын киләсәктә иген экспортлау артасаҡ. «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы, сит илгә тауар оҙатыусы ойошмаларға субсидияларҙы арттырыу ҡаралды. Был субсидияны республиканың бер нисә предприятиеһы алды ла инде. Туймазының техник углерод етештереүсе ойошмаһы сит илдәр менән күптән эшләүенә ҡарамаҫтан, аҡсалата ярҙамдың үтә ваҡытлы булыуын билдәләй.
Был йәһәттән республикабыҙҙа ыңғай күренештәр бихисап. Бер ай элек кенә Австрияла Башҡортостан вәкиллегенең асылыуы ошоға дәлил. Вена күпкә яҡынайҙы. Сит илдәрҙә вәкиллектәр, сауҙа йорттары асыу ҙа милли проекттың бер талабы. Бәлки, киләсәктә беҙҙең үләндәрҙе Һиндостанда ла Башҡорт сәйе тип маҡтап эсерҙәр. Ә рапс майы зәйтүнгә конкуренция тыуҙырыр, кем белә...


Читайте нас