Был яңылыҡ бар республика халҡын тетрәндерҙе. Малайҙың атаһы һөйләүенсә, улар бергә һауа тултырылған матраста йөҙөп йөрөгән. Бер мәл тәрәнгә китәләр һәм матрас түңкәрелә, Клим һигеҙ йәшлек иптәшен тартып сығарып өлгөрә, әммә үҙе тонсоғоп һыу аҫтына китә. Яҡында ултырған балыҡсылар малайҙы кәмә менән ярға сығара, ә 20 йәшлек егетте ике көн үткәс кенә водолаздар табып ала.
Ҡотҡарылған малайҙың атаһы Климдың атай-әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткергән һәм ғәфү үтенгән: "Миңә Климдың атай-әсәһе, һөйгән ҡыҙы алдында оят. Клим бик ихлас күңелле, талантлы кеше ине, улым кеүек ине миңә", – тип яҙған ул.
Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.