Был учреждениела хәләл ит ризыҡтары менән генә эш итеү күҙаллана. Белгестәр махсус шарттарҙа продукцияның сифатын ҡарап, иттең хәләл категорияһын билдәләгән сертификаттар бирә башлаясаҡ.
Кибеттә ит һатып алыусылар күп осраҡта тауарҙың ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа етештерелгәнен уйлап та тормай. Һуйылған мал итендә күп төрлө инфекция, сирҙәр булыуы мөмкин. Етешһеҙлектәрҙе тәү ҡараштан уҡ билдәләү мөмкин түгел, итте лабораторияла тикшереү талап ителә.
Өфөлә асылған ит лабораторияһында продукция төрлө кимәлдә тикшерелә. Ит һатып алыусылар учреждение намыҫһыҙ эшҡыуарҙарға ҡаршы көрәш алып барырға ярҙам итәсәк тип өмөтләнә.