Радий Хәбиров Республика йортонда Францияның Рәсәйҙәге илсеһе Сильви Берманды ҡабул итте. Яҡтар иҡтисади, гуманитар һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте тикшерҙе.
Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һуңғы йылда Рәсәй һәм Франция менән тауар әйләнеше артты тип билдәләне. Республика был үҫештә ҡатнашырға әҙер һәм 23 июлдә төбәк етәксеһе Франция илсеһе менән бергә Бәләбәй һөт комбинатына йомшаҡ сырҙар етештереүгә беренсе таш һалыуҙа ҡатнаша. Уны деликатес сырҙар етештереү буйынса Savencia донъя лидеры менән хеҙмәттәшлектә асалар.
«Бында сыр етештереү буйынса Рәсәйҙә иң матур завод эшләйәсәкбеҙ», – тине компанияның генераль директоры Жан-Поль Торри.