Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
24 Июля 2019, 12:44

Һаҡ булығыҙ: Салауат ҡалаһында пенсионерҙың картаһынан 27 мең һум аҡсаһын урлағандар

Һаҡ булығыҙ: Салауат ҡалаһында пенсионерҙың картаһынан 27 мең һум аҡсаһын урлағандар

Салауат ҡалаһында йәшәүсе 60 йәшлек пенсионерҙың 27 мең һум аҡсаһын урлағандар. Уға билдәһеҙ ҡатын шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәремен, тип таныштырған һәм пенсионеркаға 7,5 мең һум бонус барлығы тураһындә хәбәр иткән.


Пенсионер уға ышанған (ышанмай ни, билдәһеҙ ҡатын уның паспорт мәғлүмәттәрен дөрөҫ әйткән бит) һәм карта номерын хәбәр иткән. Етмәһә, банктан смс-хат менән килгән кодты ла әйткән.

Һөҙөмтәлә ул 27 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.


РФ Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы бүлеге белдереүенсә, әлеге ваҡытта был ваҡиға буйынса енәйәт эшен асыу мәсьәләһе ҡарала.


Һаҡ булығыҙ! Билдәһеҙ кешеләргә шәхси мәғлүмәтте бирергә ашыҡмағыҙ, әгәр аҡсағыҙҙы урлап өлгөрһәләр, шунда уҡ банк хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итегеҙ, унан полицияға шылтыратығыҙ.
Читайте нас