Радий Хәбиров менән осрашыуҙа журналистар Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡында һораны. Айырыуса уның сәйәсәткә ҡайтыу-ҡайтмауы менән ҡыҙыҡһындылар.
"Мортаза Ғөбәйҙулла улы өсөн бер вазифа ла юҡ, ул республиканы төҙөгән шәхес, был дәрәжәнән юғарыраҡ бер урын да юҡ", – тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән яҡын мөнәсәбәттә булыуын әйтте:
– Беҙ уның менән даими күрешеп торабыҙ. Уның һәр саҡ бар нәмә тураһында хәбәрҙар булыуына аптырайым. Ҡайҙалыр Мортаза Ғөбәйҙулла улы мине шелтәләй, ҡайһы осраҡтарҙа кәңәштәр бирә, бәхәсләшкәнебеҙ ҙә бар. Әммә күп нәмәгә ҡараштарыбыҙ уртаҡ. Аллаға шөкөр, мәсет төҙөлөшө буйынса мәсьәләне хәл иттек", – тип хәбәр итте Радий Фәрит улы.