Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Новости
24 Июля 2019, 06:26

Владимир Путин Иркутск етәкселәренә "икеле" ҡуйҙы

Владимир Путин Иркутск етәкселәренә "икеле" ҡуйҙы #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Иркутск өлкәһендә эш сәфәре дауам итә. Кисә ул Братск ҡалаһында ҙур кәңәшмә үткәрҙе. Мәғлүм булыуынса, июнь аҙағында Иркутск өлкәһен оҙайлы ямғырҙар арҡаһында йылғалар ташып, һыу баҫҡайны. Йөҙҙән ашыу ҡала-ауыл һыу аҫтында ҡалды, 25 кеше һәләк булды.

Ил етәксеһе Иркутск өлкәһенән ҡәнәғәтһеҙ ҡалды. Ул төбәкте йөрөп сыҡҡас, Братскиҙа етәкселәрҙе йыйып, был хаҡта хәбәр итте. Урындағы хөкүмәттән кешеләргә тейешенсә ярҙам күрһәтеүҙәрен, һөҙөмтәгә эшләүҙәрен һораны. Путин килеүгә тиклем Тулун ҡалаһы башлығы йорт алыуға сертификаттар бирә башлаған да, тик ни бары алты ғаиләгә биреп өлгөргән. Был етәкселәрҙең исем өсөн эшләүе хаҡында һөйләйҙер. Ә бит төбәктең ярты халҡы йорт-ҡаралтыһыҙ тороп ҡалған.

Путин Иркутск етәкселәренә "икеле" билдәһе ҡуйҙы. Президент һыуыҡтар башланмаҫ борон барыһына ла йорт бирергә, кешеләрҙе ҡотҡарырға килгән хәрбиҙәргә, ҡотҡарыусыларға төбәктә ҡалырға ҡушты. Һәм тағы ла сентябрь башында килеп тикшерәсәген хәбәр итте.
Читайте нас