Шоңҡар
+30 °С
Ясно
Новости
25 Июля 2019, 11:28

Элвин Грейҙың ресторандары ҡасан асылыр?

Элвин Грейҙың ресторандары ҡасан асылыр?

Танылған йырсы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) үҙ исеме аҫтында ресторандар асырға йыйыныуы хаҡында хәбәр иткәйне. Улар көҙ айҙарында Өфөлә һәм Ҡазанда асылырға тейеш. Йырсы үҙе гастролдән бушамай, был мәсьәлә менән уның продюсерҙары шөғөлләнә, ахыры.
"Московский комсомолец" гәзитендә сыҡҡан әңгәмәһендә ул былай тине: "Көҙгә Өфөлә һәм Ҡазанда беҙҙең ресторандар асыласаҡ. Уның менән бергә беҙ шәхси кейем брендын да булдырасаҡбыҙ. Әлеге ваҡытта мине тыңлаусы аудиторияны өйрәнәбеҙ. Тыңлаусыларға нимә кәрәклеген уйлайбыҙ", - ти йырсы.
Үҙ ресторанында йырсы европа кухняһы ғына түгел, милли ризыҡтар ҙа бешерергә уйлай. Элвин Грейҙың был рестораны йәнатарҙар менән күрешеү урыны ла буласаҡ.


Читайте нас