Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
25 Июля 2019, 06:42

Рәсәй Президенты рапирасыларҙы ҡотланы

Илебеҙҙең фехтование буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы донъя чемпионатында еңде.

Владимир Путин илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар командаһын 2019 йылда фехтование буйынса донъя чемпионатында команда турнирында еңеүе менән ҡотланы.
Уға Өфө рапирасылары Анастасия Иванова һәм Аделина Зәғиҙуллина, шулай уҡ Инна Дериглазова һәм Лариса Коробейникова инә.

Быйыл чемпионат 15-23 июлдә Будапешта (Венгрия) уҙҙы. Сирек финалда рәсәйҙәр Көньяҡ Корея йыйылма командаһын 33:25 иҫәбе менән еңде, ярым финалда беҙҙең ҡыҙҙар американыҡыларҙан көслөрәк була — 45:36. Финалда Италия йыйылмаһы менән осрашыуҙа ҡыҙҙар еңеү һәм алтын миҙал яулай (43:42).

Зөлфиә Байғусҡарова әҙерләне.


#ВладимирПутин
Читайте нас