Киләһе алты йылда Башҡортостан урман хужалығы автопаркы 422 миллион һумға яңыртыласаҡ. «Урман һаҡлау» проекты сиктәрендә ҡеүәтле техника һатып алыуға федераль ҡаҙнанан аҡса бүленә. Был программаға ярашлы, бөгөн Өфө районында республиканың дәүләт учреждениеларына илле берәмек техника тапшырылды. Алдынғы урман хужалыҡтары яңы тракторҙар, ағас ултыртыу өсөн культиватор һәм һабандар менән тулыланды.
Райондарға егерме ике «Беларус» тракторы тапшырылды, һигеҙе тағылмалар менән. Улар ағас, сүп-сар ташыуҙа ла ҡулланыласаҡ. Урмансылар заманса техника менән идара итеү уңайлы булыуын билдәләне. Матди-техник базанының нығытылыуы – күптән көтөп алынған ваҡиға.