РФ Журналистар Союзы рәйесе Владимир Соловьев Инфорумдағы сығышында тармаҡ белгестәре өсөн көнүҙәк булған проблемаларҙы ла күтәрҙе. Уға гәзит һәм журналдар тираждары кәмеүен туҡтатыу мәсьәләһе буйынса һорауҙар бирелде. Айырыуса район гәзиттәренең хәле борсоуға һала.
Рәйес белдереүенсә, союз «Ауыл журналисы» программаһын булдырыу тәҡдиме менән сыҡҡан. Беләһегеҙ, әлеге ваҡытта беҙҙә «Земский доктор», «Земский фельдшер» («Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры») программалары буйынса ауыл еренә эшкә барыусыларға аҡса түләнә. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы ла ғәмәлгә ашырыла башланы. Районға эшкә ҡайтҡан йәш журналистарға ла ошондай ярҙам ысулы бик ярап ҡалыр ине.
Йәнә шуныһы: Соловьев әйтеүенсә, АҠШ кеүек алдынғы илдәрҙә баҫма матбуғат ҡабаттан популярлаша бара. Был - йәшәү кимәле үҫеүен күрһәткән бер тенденция. Рәсәй ҙә алға бара, тимәк, тормош яҡшыра. Артабан халыҡтың интернеттан арып, баҫма матбуғатҡа күсеүе лә алыҫта түгелдер...