Бөрйән районының Йылҡысыҡҡан күле янында Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ, Аҡбуҙат башҡорт халҡының мифик образы, ул беҙгә “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары аша таныш.
Һәйкәлгә иғлан ителгән проекттар конкурсы еңеүсеһе тип билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эше табылды. Жюри ағзалары әйтеүенсә, тап ул Аҡубаҙатты эпоста һүрәтләнгәнсә һынландыра алған.
Һәйкәлде рәсми асыу тантанаһы август аҙаҡтарында буласаҡ.