Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
29 Июля 2019, 18:19

Ҡатындарҙың изге бурысы

Бөгөн башҡорт халҡының ҡыйыу йөрәкле ҡыҙҙарының береһе, талантлы шағирә һәм журналист Лариса Абдуллинаның тыуған көнө! ҠАТЫНДАРҘЫҢ ИЗГЕ БУРЫСЫ Әллә ниҙәр вәғәҙә иттеләр ҙә, Мендерҙеләр хатта Айға ла. Тик артманы унан шатлығыбыҙ, Кәмемәне һис тә ҡайғы ла. Әллә ниҙәр көҫәнеләр кеүек, Төшөрҙөләр диңгеҙ төбөнә. Даръя нимә? Ирҙең ҡарашында Бөтә ғәләм үҙе күренә. Беҙ донъяны хәҙер көйләйбеҙ тип, Тотторҙолар ҡулға кәйләне. Өй усағы быҫҡып һүнгән саҡта, Күнгән мөрйә барын һөйләне... Түрәлектә микән ҡатын даны? Ҡыҙҙар даны микән - юл саты? Был быуат та гүзәллектән яҙып, Ҡалыр микән беҙҙе оҙатып?

Тимер аттарҙа ла - сибәркәйҙәр,

Тауыштары айҡай ян-яҡты.

Бер ҡараһаң ирҙәр Себер китә,

Бер ҡараһаң, улар айныҡҡан.


Илем ҡото ҡатын-ҡыҙҙар тиһәм,

Илем ҡорто кеүек яңғырай.

Ярай ауылдарҙа ғәмде юрап,

Аҡһаҡалдар ергә ҡот һорай,

Ағинәйҙәр нурлы таң юрай.


Ағып ҡына торған оҙон сәстәр,

Үргән толом ҡалды ҡырҡылып.

Ҡатын ҡотон һәр юғалтҡан минут

Йөҙөбөҙгә ятты һыр булып.


Беҙ үҙебеҙ ирҙәр кеүек тинек.

Әй, меҫкенлек!

Ялған мәртәбә!

Ир ҡеүәтен тапап үткән ҡатын

Ир буламы әллә иртәгә???


Әллә ниндәй ҙур-ҙур түрә - бисә,

Ил етәкләй хатта ҡатындар.

Ҡалтырана улар ҡарашынан

Быуаттарҙан килгән закондар.


Күрһәтегеҙ берәй ҡатын-ҡыҙҙы

Ирҙән уҙып алтын һүҙ әйткән?

Имеш, берәү ирен төҙәткәндә,

Сәпәкәйләп шайтан күҙәткән.


Бәндәбикәләрҙең зирәклеге

Шаҡығанда бөгөн асманды,

Бик ышанғым килә -

Милләтемдән

Ирҙе баҫыу хисе ҡасҡандыр!


Бик ышанғым килә Ерәнсәләй

Замандаштар әле бар саҡта,

Көл аҫтында ҡалған тарих тимәй,

Тоҡандырыр ҡатын усаҡты.


Киҫәнбикәләрҙең иман ҡото

Заман күҙҙәренә баҡҡанда,

Сабырлыҡ һәм тоғро ҡатын рухы

Терелгәндәй бөгөн ал ҡанда.


Уянғандай беҙҙә гүзәл заттың

Бала бағыу тигән бурысы.

Ниндәй яуҙар үткән!?

Ырыҫ өҫтәп,

Бала тапҡандар бит уҙышып.


Киҫәнбикә инәй васыятын

Ялҡын телдәрендә уҡыным.

Ҡатындарҙың иман ҡото менән

Урап үтер милләт упҡынын.


Бәндәбикә инәй яҙған хаттар

Халыҡ хәтерендә һаҡлана.

Ир алдында ҡатын бурыстары

Хоҙай тарафынан яҡлана.


Ниндәй бәхет - ил ҡатыны түгел,

Ир ҡатыны булып дан алыу!

Шулдыр Ерҙә әсә нурын сәсеү,

Хоҙай ҡоло булып танылыу.

2015
Читайте нас