Бик уңайлы, әммә хәүефле. BlaBlaCar — бар донъяға танылған портал. Уның ярҙамында ҡайҙа теләйһең, шунда теләгән ваҡытта сығып китергә була, икенсе төрлө "попутчик" тип атайбыҙ.
Порталды рөхсәтһеҙ пассажир ташыусы ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләйҙәр. BlaBlaCar-ҙы ябыу тәҡдиме менән Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт иткәндәр, башланғыс менән сығыш яһаусылар транспорт компанияларының берҙәм реестрын төҙөргә ниәтләй.
Был кешеләр өсөн хәүефле хеҙмәттәрҙе сикләргә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпәнә. Рәсәй парламенты депутаттары йәмәғәтселәр тәҡдимен көҙгө сессияла ҡарарға планлаштыра.