Өфө эргәһендә алып барылған ҡаҙыныу эштәре барышында боронғо керамика өлгөләре табылды.
Ғалимдар әйберҙәрҙең йәшен яҡынса XIV быуат урталарына тура килеүен билдәләй. Һауыт-һаба ярсыҡтары, хайуан һөйәктәре, көл һәм күмер ҡалдыҡтары бер соҡорҙа табылған.
Археологик ҡаҙыныу эштәренең һуңғы биш көнөндә генә 180-дән ашыу тарихи әйбер табыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса уларға 700 йыл . Был ҡомартҡылар Өфө аша сауҙа юлының үтеүен тағы бер ҡат иҫбатлай.
Быға тиклем ӨФӨ-II ҡаласағында табылған тарихи артефакттар карауан юлын раҫлағайны. Ғалимдар Ҡармасан һәм Сәрмәсән йылғалары араһындағы биләмә лә археологик тикшеренеүҙәр өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләй. Шуға ла был майҙанда эштәр әле дауам итәсәк.