22 йәшлек Руни Хатун эсе ауыртыуға зарланып, дауаханаға мөрәжәғәт итә. Уның ашҡаҙаны аҙыҡ ҡабул итмәй, ашаған һайын уҡшыта башлай. Рентген ҡыҙҙың эсендәге тимер әйберҙәрҙе күрһәтә.
Ҡыҙға операция эшләргә булалар. Уның ашҡаҙанынан 69 сылбыр, 80 һырға, 46 тәңкә, 8 медальон, 11 танау өсөн балдаҡ, 5 беләҙек һәм бер нисә ҡул сәғәттәре алалар. Биҙәүестәрҙең дөйөм ауырлығы 1,6 килограммға барып баҫа! Ҡыҙ нисек тере ҡалғандыр!? Иң ҡыҙығы, уларҙың хаҡы 4,2 миллион һум килеп сыға.
Руни табиптарға барыһын һөйләп биргән, ул биҙәүестәрҙе йотҡан. "Беҙ һиҙҙек, ҡапыл биҙәүестәр юғала башланы, — тип һөйләй уның туғандарының береһе. — Ул бер ни әйтә алмай, илай торғайны". Табиптар ҡыҙҙы психиатрға ебәргән.
Табиптар фаразлауынса, Руни акуфагия, йә аллотриофагия сире менән ауырый (һүҙлектә һәр ваҡыт осло әйберҙәр йоторға теләү тиеп аңлатыла).