Шоңҡар
+27 °С
Ясно
Новости
30 Июля 2019, 17:18

Иран түрәһе үлем язаһына тарттырылған

Иран түрәһе үлем язаһына тарттырылған

Иран суды Тәһран ҡалаһының элекке мэры, президент кәңәшсеһе Мөхәмәт Али Нажафиҙы үлем язаһына хөкөм иткән.


Суд органдарының матбуғат хеҙмәте хәбәр иткәнсә, түрә хәләл ефетен үлтереүҙә ғәйепле тип табылған. Май аҙағында була был ҡурҡыныс хәл. Нажафи полицияға үҙе килә һәм ҡатынын атып үлтереүен һөйләп бирә. Тәһран мэры вазифаһын ул 2017-2018 йылдарҙа башҡарған, унан һуң мәғариф министрлығын һәм юғары белем биреү министрлығын етәкләгән. "Ислам тудей".
Читайте нас