Бер кеше төндө тыныс ерҙә үткәрергә булды: йыртҡыс хайуандарҙан һаҡланып ҙур ағастың башына менеп урынлашты. Күпмелер ваҡыттан ағас аҫтына бер ғәрип төлкө килеп ятты. Ағас башындағы кеше: “Был меҫкен төлкө нимә ашап, нимә эсә икән?” – тип уйлап ҡуйҙы. Оҙаҡ та үтмәне, ағас төбөнә болан һөйрәгән арыҫлан яҡынлашҡаны күренде. Төлкө уны күреп йәшеренде. Арыҫлан шул уҡ ағастың аҫтына килеп, табышын ашай башланы. Туйғансы ашағандан һуң, ризығының бер өлөшөн ҡалдырып ары китте. Шуны ғына көткән аҡһаҡ төлкө арыҫландан ҡалғанды ашап тамағын туйҙырҙы. Ағас башындағы кеше: “Тимәк, ғәрип, ауырыу хайуанды Аллаһы Тәғәлә ас ҡалдырмай икән. Улай булғас, мин ниңә көнө-төнө эшләп йонсойом. Бынан һуң мин дә төлкө шикелле бер эш эшләмәйенсә, ризығымды көтөп кенә ятайым”, - тине.
Ул иртә менән тороп, юл ҡырына сығып ятты ла, ризығын көтә башланы. Бер көн, ике көн, өс көн көттө. Әммә бер кем үтмәне, ризыҡ та килтермәне. Әҙәм аслыҡҡа сыҙай алмай һуштан яҙҙы. Шул ваҡытта ул бер төш күрҙе. Төшөндә уға берәү былай тине: “Эй, йүләр, эй, ахмаҡ кеше, ялҡауланма! Ниңә үҙеңде ғәрип төлкө урынына ҡуяһың? Арыҫлан шикелле бул, табышыңдан артып ҡалғаны менән башҡалар файҙаланһын!”