Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Новости
31 Июля 2019, 12:11
Ипотека каникулдарын нисек юлларға?
Ипотека каникулдарын нисек юлларға?
Бөгөндән ауыр тормош хәлендә ҡалған рәсәйҙәр өсөн «ипотека каникулдары» тураһында закон үҙ көсөнә инде.
31 июлдән ауыр тормош хәлендә ҡалған, мәҫәлән, эшен юғалтҡан йәки айлыҡ килеме һиҙелерлек кәмегән заемсы банкка мөрәжәғәт итеп, бер ниндәй штрафһыҙ кредит түләүҙе туҡтатып торорға хоҡуҡлы.
Хеҙмәт менән 15 миллион һумдан артмаған кредиттар буйынса ярты йыл файҙаланырға мөмкин. Ошо ваҡытта заемсы аҡса түләүҙәрен туҡтата йәки уларҙың күләмен кәметә ала, тип хәбәр итә
«Известия».
Был осорҙа аҡса түләмәү тураһында мәғлүмәт кредит тарихының мәғлүмәт бүлегенә индерелмәй.
Бынан тыш, «ипотека каникулдары» ваҡытында заемсының залогҡа һалынған берҙән-бер торлағын тартып алыу тыйыла.
Ипотека каникулдарын нисек юлларға?
Ипотека алған банкка ғариза яҙырға:
Ипотека каникулының төрөн билдәләргә (ваҡытлыса түләүҙәрҙе туҡтатыу, аҙыраҡ күләмдә түләү);
Сәбәптәрен күрһәтергә (ауыр хәл, ауырыуға дусар булыу, эштән китеү, хеҙмәт хаҡының кәмеүе).
Документтар:
Һеҙҙең ғаиләлә бер фатир булыуын раҫлар өсөн, налог түләүселәр реестрынан күсермә кәрәк (выписка из ЕГРН);
Мәшғүллек үҙәгенән эшһеҙлек тураһында документ күсермәһе;
Эшкә яраҡһыҙлыҡ йәки инвалидлыҡ ҡағыҙы;
Уҙған йыл өсөн һәм быйылғы эш хаҡы тураһында белешмә;
Ғаиләлә бала тыуған осраҡта тыуыу (опекунлыҡ, попечителлек) тураһында таныҡлыҡ кәрәк була.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"