Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
31 Июля 2019, 08:37

Республика һаулыҡ һаҡлау министрының элекке урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова арабыҙҙан китте

Республика һаулыҡ һаҡлау министрының элекке урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова арабыҙҙан китте

Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. Бөгөн республика һаулыҡ һаҡлау министрының элекке урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, йәмәғәт эшмәкәре Рәлиҙә Шакирова 62-се йәшендә ҡаты сирҙән донъя ҡуйҙы.
Мәрхүмә менән бәхилләшеү иртәгә, 1 августа, сәғәт 10-да Республика клиник дауаханаһының «Медик» мәҙәниәт һарайында уҙа. Адресы: Өфө, Достоевский урамы, 132.
Шакирова (Ғәйфуллина) Рәлиҙә Муса ҡыҙы 1957 йылдың 5 ноябрендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында тыуған. 1980 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Табип-педиатр. 1980-1981 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы 13-сө дауаханаһының балалар бүлексәһендә педиатрия буйынса табип-интерн.
1981-1986 йылдарҙа — Өфөнөң 36-сы поликлиникаһында балалар табибы. 1986-2007 йылдарҙа — 2-се Республика клиник дауаханаһының Психоневрология һәм эпилептология балалар үҙәге табибы. 2008-2015 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.
2006 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Шулай уҡ «Юғары категориялы табип-педиатр», «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы», «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» тигән исемдәргә эйә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Башҡортостан Хөкүмәтенең маҡтау грамоталары, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡотҡарыу өсөн берҙәмлек» миҙалы, Украина Чернобыль союзының «Кешелеклелек һәм миһырбанлыҡ» ордены, Республика перинаталь үҙәгенең «Хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
80-дән ашыу ғилми мәҡәлә, 26 фәнни йыйынтыҡ авторы һәм авторҙашы. Уның етәкселегендә табиптар һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар өсөн 24 уҡыу ҡулланмаһы әҙерләнгән. Башҡорт һәм рус телдәрендә ата-әсәләр өсөн «Сәләмәт бала» ҡулланмаһы авторҙашы. Ул республиканың бала табыу бүлексәләрендә яңы тыуған сабыйға бүләк йыйылмаһы менән бергә тапшырыла.
«Башинформ»дан.
«»
Читайте нас